Шәрипҡол ауылы һылыуы Баймөхәмәтова Сәриә Шакир ҡыҙы һәм Саҡмағош егете Бәҙретдинов Руслан Фидан улын туй көндәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөү һәм ышаныста ҡоролған ғаилә тормошоғоҙ тура һәм матур юл алһын, парлы һуҡмаҡтарығыҙҙы бәхет ҡояшы яҡтыртһын. Йәш күңелегеҙҙә бөрөләнгән һөйөүегеҙ мәңге һүнмәһен, ҡайнар хис-тойғоларығыҙ йылдар үткән һайын нығына, тәрәнәйә генә барһын.
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙ ҙә ниндәй һөйкөмлө!
Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ.
Дауыл-ямғырҙарға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ, әсәйегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ.