Шишмә ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ Нурғәлиева Эльвира Ғирфан ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ошо күркәм байрамыңда ысын күңелдән оҙон ғүмер, йән тыныслығы, байлыҡ теләйбеҙ! Бәхет-шатлыҡта, мул, теүәл тормошта атайыбыҙ Ғәзим менән бәхетле итеп йәшәгеҙ! Ҡоростай таҙалыҡ һәр ваҡыт тормош юлдашың булһын, әсәй, теләктәреңдең барыһы ла тормошҡа ашып, йөҙөңдә йылмайыу балҡытһын. Килер көндәрең яҡты, тыныс булһын. Һин изге күңелле кеше лә, күркәм холоҡло, тырыш, еренә еткереп эшләүсе елгәр уҡытыусы ла, уңған йорт хужабикәһе лә, ярҙамсыл, кешелекле, яратҡан өләсәй ҙә, һөйөклө әсәй ҙә...Һин булғанға беҙ бәхетле! Атайым менән бергә беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ булып тораһығыҙ, беҙҙең сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе ҡабул ит!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә, аҙ һымаҡ...
Тыуар таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Эльза, кейәүең Фәнис, улың Эльвир, киленең Ләйсән, улың Айнур, ейән-ейәнсәрҙәрең Айгүзәл, Искәндәр, Диана.