Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Февраль 2023, 10:33

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Рафиҡова Эльвера Әсхәт ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Рафиҡова Эльвера Әсхәт ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ошо матур байрамы уңайынан йөрәк түребеҙҙән урғылған ҡотлау сәләмдәрен юллайбыҙ. Иң мөһиме - ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр һәм именлек теләйбеҙ. Күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, оҙон ғүмер итергә насип булһын.
Әсәкәйем!
Ауырымайынса, ҡартаймайынса бер ҙә
Беҙгә терәк булып йәшә һин.
Үҙең кәрәк, кәңәштәрең кәрәк,
Беҙгә гел дә кәрәк, әсәй, һин.
Юлыбыҙҙа ел-дауылдар ҡупһа,
Үҙ күкрәгеңде ҡуйып һаҡланың.
Был тормошта яҙҙар ғына тойоп
Һинең ышығыңдан атланыҡ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Флүзә, улың Филарит, кейәүең Айҙар, ейәнең Эльвир, ейәнсәрең Элина.
***
Хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Рафиҡова Эльвера Әсхәт ҡыҙын күркәм юбилейы – 55 йәше тулыуы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләсәктә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Һәр атҡан таңға ҡыуанып һәм һоҡланып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Йортоңа ҡайғы килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙағыйың Физәлиә, ҡоҙаң Илдар һәм балалар.
***
Ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ Рафиҡова Эльвера Әсхәт ҡыҙын 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыу­ҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Яҡты көндөң һәр бер иртәләре
Килһен һәр саҡ көләс йөҙ булып.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Миңлейәр, ҡоҙасаң Динира.

Автор:
Читайте нас: