Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙына
Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайым менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Рәхмәт, һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әсҡәт, балаларың Фәнилә, Илдар, Илһам, кейәүең Салауат, килендәрең Лилиә, Лилиана, ейәндәрең Искәндәр, Алмаз, ейәнсәрҙәрең Наҙгөл, Мәликә, Имилия, Амалия.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе элекке күршем Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
Күрше булып оҙаҡ йәшәргә тура килмәне - туғыҙ йыл һә тигәнсе үтеп китте, әммә ул ваҡыт беҙҙең өсөн иң матур, күңелле миҙгелдәрҙең береһе булып тора. Өс күрше – өс ғаилә бер туғандар һымаҡ иҫ китмәле татыу йәшәнек. Балалар ҙа бик дуҫ булып, бергә уйнап үҫтеләр. Мәктәп байтаҡ көсөңдө, ваҡытыңды алды, әммә балаларың да һынатманы, йорт мәшәҡәттәрен яуаплы башҡарҙылар, ныҡлы терәк булдылар. Ул йылдарҙы һаман һағынып иҫкә алабыҙ.
Фаилә! Һин үҙ ғүмереңдә байтаҡ һынауҙар үттең, күпте кисерҙең, әммә ныҡлы рухың, үткер аҡылың, изге күңелең арҡаһында һынманың, һығылманың. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлектә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡлы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәренә күмелеп, Әсҡәт менән тигеҙ ҡартлыҡта бәхетле оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Хоҙай һинең барлыҡ изге теләктәреңә, ниәттәреңә, доғаларыңа яуап бирһен, ғүмерегеҙ бәхетле, бәхетегеҙ ғүмерле булһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйенсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Тәрән ихтирам менән Рәмилә һәм ҡыҙҙарым (Ҡырмыҫҡалы ауылы).
***
Хөрмәтле әхирәтем, ғаилә дуҫыбыҙ Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын матур байрамы – 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Барыһына ла йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте артһын, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Тормош иптәшең Әсҡәт менән бынамын тигән балалар үҫтерҙегеҙ, оло ғүмер юлына баҫтырҙығыҙ, хәҙер инде уларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ихтирамын, изгелектәрен күреп кенә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡабул ит һин беҙҙең ихлас теләктәрҙе,
Сәләмәт бул, рухың һәр саҡ көслө булһын,
Шатландырып, елкендереп йөрәктәрҙе
Күңелеңдә бәхет хисе ташып торһон!
Килер йылдар оҙон ғүмер бүләк итһен,
Беҙҙең өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле һин.
Һәр яңы көн һине ҡабат һөйөндөрһөн,
Уңыштарҙың яңыларын алып килһен!
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарың Фәнүзә, Булат һәм беҙҙең балалар.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хөрмәтле Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған барлыҡ күркәм сифаттарҙы бүләк иткән уға. Әсҡәт Ҡасим улына ышаныслы тормош юлдашы булһа, балаларына яғымлы, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Әсҡәт туған менән көткән донъялары балҡып, ауылыбыҙҙың “Өлгөлө ғаиләһе” – күптәргә үрнәк булып тора. Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Фаилә Хәбир ҡыҙы! Әлегеләй көслө рухлы, изге күңелле, туған йәнле булып ҡалығыҙ. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай ғүмер теләйбеҙ. Йортоғоҙҙоң усағын һүрелтмәй, яҡындарығыҙҙың һөйөүен, ихтирамын тойоп, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә барыбыҙҙы ла шатландырып, бәрәкәтле имен тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ.
Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһаң да,
Яҙ ҡояшы һинең күңелеңдә.
Һәр саҡ шулай йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә!
Рәхмәт тибеҙ һиңә бөгөн
Ғүмереңдең ҡәҙерен белгәнгә.
Ябайлығың, алтын аҡылың менән
Оло булып йәшәй белгәнгә.
Хөрмәт менән Миңниса һәм Ғәлинур Камаловтар, Ишморатовтар (Ҡырмыҫҡалы ауылы), Ғөбәйҙуллиндар (Өфө ҡалаһы), Хәлитовтар (Чукотка), Камаловтар (Ҡырмыҫҡалы ауылы), Сырлыбаевтар (Баймаҡ ҡалаһы) ғаиләләре.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе дуҫым, хеҙмәттәшем, мәғариф уҙаманы Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын күркәм юбилейы менән бөтә йөрәктән ҡотлайым.
Дуҫым! Ап-аҡ ҡарлы ҡыш айында донъяға килгәнһең, атай-әсәйеңде шатландырып, изгелекле, тырыш бала булып үҫкәнһең. Белем тауҙарын яулап, йәш быуынға математика серҙәрен өйрәтеп, үҙ фәнеңә һөйөү тәрбиәләп, тәжрибәле уҡытыусы, хеҙмәттәштәреңә һәйбәт етәксе булып, ҙур абруй, хөрмәт, халыҡ ихтирамын яуланың. Күп уҡыусыларың – хеҙмәтең емештәре һинең һуҡмағыңдан киттеләр. Һин – районыбыҙ, мәктәбебеҙ ғорурлығы, маяғы, хөрмәтле гражданы. Балаларың Фәнилә, Илдар, Илһам юғары уҡыу йорттарын бөтөрөп, үҙ юлдарын таптылар, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр. Тормош иптәшең Әсҡәт менән матур йорт төҙөп сыҡтығыҙ. Ошо ҡорған донъяғыҙҙа балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын. Һин һәйбәт дуҫ та, кәңәшсе лә. Изгелекле, ярҙамсыл, кешелекле, күркәм холоҡло, уңған йорт хужабикәһе, һөйөклө инәй, яратҡан нәнәй ҙә. Сабыр, аҡыллы, тәрән фекерле булыуың менән һин донъяғыҙҙың нуры, ҡото, терәге булып, йәм биреп йәшәйһең. Йортоғоҙҙоң утын һүндермәй, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын, изгелеген күреп, һау-сәләмәт булып, балалар, дуҫтар, туғандар ихтирамында тормош иптәшең менән бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә күп-күп йылдар ғүмер итергә яҙһын.
Бәхетлеһең, сөнки һин тормоштоң
Һәр мәленән шатлыҡ табаһың.
Кешеләргә ярҙам итә алһаң,
Һин үҙеңә бәхет алаһың.
Мәңге йәшә, йәшә беҙҙең өсөн,
Һаулыҡ, бәхет юлдаш булһындар.
Бөтә теләктәрең ҡабул булһын,
Йөҙҙәреңә ҡунһын йондоҙҙар.
Иң изге теләктәр менән дуҫың Ғәлиә Абдуллина.
***
Хөрмәтле Фаилә Хәбир ҡыҙы!
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар шатлығына тағы шатлыҡ өҫтәп килгән ғүмер байрамығыҙ – күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә теләктәрҙең иң изгеһен – ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныслы миҙгелдәр, бәхетле оҙон ғүмер, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең хөрмәтен, ихтирамын тойоп, игелектәрен, һөйөнөстәрен күреп, иҫәнлектә-именлектә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙ ҡыйыу, көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсылһығыҙ, беҙгә өлгө лә, терәк тә, кәрәк тә була белдегеҙ. Тормош һеҙҙе көтөлмәгән ҡыуаныстары, уйламаған бәхет-шатлыҡтары менән һөйөндөрөп торһон, һәр саҡ ҡапҡағыҙҙы асып инер кешегеҙ, янығыҙҙа тәмләп, ҡапма-ҡаршы ултырып сәй эсер яҡынығыҙ булһын! Мул тормошта бәхетле әсәй-өләсәй булып, Әсҡәт менән парлашып, етәкләшеп матур ҡартлыҡҡа етеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тәрән ихтирам менән ғаилә дуҫығыҙ Зәбирә һәм балаларым.
***
Йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Мөҡсин ауылында тыуып-үҫеп, хәҙерге ваҡытта Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе һөйөклө уҡыусым Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйем.
Әсҡәт туғаным менән иңгә-иң терәп, балаларығыҙҙың игелеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, тигеҙлектә бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе, ҡәҙерле олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең хөрмәтен тойоп, уларға терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, ярҙамсыл, тырыш, уңған, кешелекле булып ҡал. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән айырмаһын.
Ғүмер уҙа, тип, һин бошонма,
70 йәш – тик матур саҡ ҡына.
Балаларың, туғандарың, Әсҡәт менән
Рәхәтләнеп йәшәр саҡ ҡына.
Иң изге теләктәр менән тәүге уҡытыусың Розалия Сәитгәрәй ҡыҙы Камалова-Ҡасҡынбаева.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ Яҡупова Фаилә Хәбир ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләсәктә Әсҡәт ҡоҙабыҙ менән балаларығыҙҙың шатлыҡтарын, изгелектәрен генә күреп, ныҡлы сәләмәтлектә, бәрәкәтле тормошта тигеҙ ҡартайырға насип булһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Рим, ҡоҙағыйың Эльмира, Шамил, Гөлшат, Ринат, Салауат.