Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Февраль 2023, 10:58

Байрамдар ҡотло булһын!

Абдулла ауылында йәшәүсе Хәсәнов Илдар Салауат улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Абдулла ауылында йәшәүсе Хәсәнов Илдар Салауат улын матур ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмерҙең ҡояшҡа тиң оҙонон, сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең ташып торғанын теләйбеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Нәҙиә, тормош иптәшең Физәлиә, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
***
Абдулла ауылында йәшәүсе хөрмәтле ҡоҙа, ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Хәсәнов Илдар Салауат улын юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ.
Яҡты һәм көләс йөҙөң, изге күңелең өсөн һиңә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә сәләмәт булып, балаларыңдың йөрәк йылыһын, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөп һәм хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Һиңә булған оло хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙағыйың Эльвира, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
***
Абдулла ауылында йәшәүсе Хәсәнов Илдар Салауат улын юбилейы уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, күңел көрлөгө, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, именлектә бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға,килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер итеп
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Ғүмер үтә, тиеп моңһоуланма,
Өмөт гөлкәйҙәрең һүнмәһен.
Алтын төҫөндәге яҡты көндәр
Барыр юлдарыңды биҙәһен.
Иң изге теләктәр менән әбейең Венера, Кәримовтар, Кинйәбулатовтар, Нәзировтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: