Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ Хәсәнова Гөлшат Әхмәт ҡыҙын ғүмер байрамы - матур юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кеше! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Тормош юлың һәр сак балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың.