Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Февраль 2023, 10:19

Байрамдар ҡотло булһын!

Малай ауылында йәшәүсе Ғәли­әҡ­бәровтарға

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Малай ауылында йәшәүсе атайыбыҙ Ғәли­әҡ­бәров Ғиндулла ­Мазһар улын 60 йәшлек күркәм юбилейы, әсәйебеҙ Ғәлиәҡбәрова Гөлнара Рузи ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас кү­ңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Fүмер миҙгелдәренең матур бай­рамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормош­ҡа йәм биреп оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә төрөнөп йәшәгеҙ! Байрамығыҙ - мөбәрәк, эштәрегеҙ - уң, донъяғыҙ түңәрәк булһын!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән улығыҙ Айҙар, ҡыҙығыҙ Гөлназ, кейәүегеҙ Радмир.

Автор:
Читайте нас: