Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Февраль 2023, 15:20

Матур эҙле үткән юлдарың

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, изгеләрҙән-изге кешебеҙ - әсәйебеҙ Абдрахманова Фәниә Әҙеһәм ҡыҙын күркәм, баһалы һәм мәртәбәле юбилейы - 75 йәше менән бар йөрәктән ҡотлайбыҙ.

Матур эҙле үткән юлдарың
Матур эҙле үткән юлдарың

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Йылдың аҡтан-аҡ, саф һәм паҡ мәлендә, бөтә донъя аҡ юрғанын ябынып, татлы йоҡоға талған серле ҡыш миҙгелендә, донъяға йәм өҫтәп, һин тыуғанһың.
Күңелеңдең сафлығы, йылылығы, йөрәгеңдең наҙлылығы, йөҙөңдөң яҡтылығы тап ошо аҡ миҙгелдең сағылышын үҙенә һеңдергән кеүек!
Һинең икһеҙ-сикһеҙ күңел киңлегең, хәстәрле, наҙлы һәм һөйөү тулы йөрәгең, лайыҡлы әсәй була белеүең, һоҡландырып ҡына ҡалмай, беҙгә, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә өлгө булып тора.
Беҙҙең әсәйебеҙ уңған хужабикә лә, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй ҙә, өләсәй ҙә. Һәр бер күҙәнәгең, бөтә күңелең менән уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарҙың. Хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәттәш, уҡыусыларың өсөн изге күңелле остаз булдың. Әле лә өлкән йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, кешеләргә шәфҡәт һәм ярҙам өләшәһең. Ҡулыңдың шифалы дауаһын үҙ тәнендә тойоусылар сикһеҙ рәхмәтле һиңә. Тылсымлы көс-ҡеүәтең һәр ваҡыт артып торһон.
Һин иң шәп, иң хәстәрлекле өләсәй һәм иҫ китмәле матур, бәхетле ҡатын-ҡыҙ.
Ошо бәхетеңдән айырмаһын Хоҙай. Ә тағы ла икеләтә, өсләтә, меңләтә артһын да, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт-дарман, икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан үрелгән сағыу көн һәм тыныс төндәрҙән торһон! Аллаһы Тәғәлә насип иткән һәр мәлдәрҙән үҙеңә кинәнес, мөмкинлектәр алып, ҡанатланып йәшәргә булһын әле. Атайыбыҙ менән бергә ҡорған нурлы, бәрәкәтле донъяғыҙға йәм булып, күңел бөтөнлөгө һәм илдәр тыныслығы ла өҫтәлһен. Артабан да бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп, тиң, бәхетле, оҙон ғүмерҙәр кисереп йәшәгеҙ, беҙҙең иң яратҡандарыбыҙ.
Ҙур юбилейың тик уңыштар, яңы асыштар менән килһен! Байрамың менән, ҡәҙерле әсәкәйебеҙ!
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың,
Яҡындарға, дуҫ-туғандарға,
Һәр саҡ яҡты булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең!!!
Ҡотлау менән балаларығыҙ һәм ейән-­ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: