Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Февраль 2023, 11:18

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Байдәүләтов Фәрит Ғәйнислам улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Байдәүләтов Фәрит Ғәйнислам улын ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Күңел түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең ҡояшҡа тиң оҙонон, сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең ташып торғанын теләйбеҙ. Һәр иртәләр яңы шатлыҡтар, яңы уңыштар менән тыуһын, йән тыныслығы, тән сихәте алып килһен, йортоғоҙға ырыҫ-бәхет юллаһын. Балаларыңдың игелек-изгелектәре һиңә ҡыуаныстар булып әйләнеп ҡайтһын, күңелеңдә йәшәү дәрте мәңге һүнмәһен-һүрелмәһен, йөрәгеңде йыр-моң һис тә ташламаһын. Киләсәктә тормош матурлыҡтарына һөйөнөп, яҡындарыңдың ихтирамын тойоп, бәхеткә төрөнөп ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, туғандарың.

Автор:
Читайте нас: