-6 °С
Болотло
Иҫке Муса ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - Юнысова Роза Фәтхлислам ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Беҙгә терәк, кәңәшсе булып, тормошобоҙҙо йәмләп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Шатлыҡ тулы яҡты көндәр
Һиңә гел юлдаш булһын.
Бөгөнгө матур миҙгелдәр
Гел ҡабатланып торһон.
Күңелең – гел игелектә,
Һоҡланып һис туймайбыҙ.
Юбилейың – байрамың менән
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Әҙилә, апайың Дилә, Марс, Гүзәл, улың Рөстәм, киленең Диана, ейәндәрең Артем, Индира, Данил, ейәнсәрең Камилла.