Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Февраль 2023, 11:06

Байрамдар ҡотло булһын!

Малай ауылында йәшәүсе Юламанова Рәйсә Әхтәм ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Малай ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ Юламанова Рәйсә Әхтәм ҡыҙын 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Әсәйебеҙ — тәбиғәте менән ихлас, мөләйем, ярҙамсыл, ифрат тырыш, егәрле һәм ғәҙел зат. Тормош юлы бик үк еңелдән булмаһа ла, ул бер ваҡытта ла зарлана белмәне. Һәр саҡ юҡты бар итә, үҙ юлын үҙе яра, башҡаларға ла маяҡ була белде. Киләсәктә лә әсәйебеҙгә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Артабан да шулай тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәренең игелеген күреп, балаларының күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайыбыҙ менән оҙон һәм тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен.
Беҙҙең өсөн йөрәк йылың бүлеп,
Күҙ нурҡайҙарыңды түккәнһең.
Күтәрмәҫтәй йөктәр күтәргәнһең,
Оҙон тормош юлын үткәнһең.
Һәммәбеҙҙең изгелеген күреп,
Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!
Бәхет менән, сәләмәтлек менән,
Беҙҙе ҡыуандырып йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәлих, улдарың Азат, Илнур, Илшат, Ирек, килендәрең Гөлназ, Федария, Гөлфиә, Айгөл, ейән-ейәнсәрҙәрең Тимур, Нәркәс, Аделина, Диана, Данияр.

***
Үрге Төкөн ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Малай ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле апайыбыҙ Юламанова Рәйсә Әхтәм ҡыҙын ғүмер байрамы менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Ергә сафлыҡ өләшкән ап-аҡ ҡарлы ҡышта тыуған изге күңелле апайыбыҙ үҙенең алсаҡлығы, уңғанлығы, тәрән аҡылы, туған йәнле һәм сабыр холоҡло булыуы менән тормошто йәмләй. Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға ғына хас булған барлыҡ күркәм сифаттарҙы бүләк иткән уға - балаларына яғымлы әсәй ҙә, еҙнәйебеҙгә ышаныслы тормош юлдашы ла, өлгөр хужабикә лә. Юбилейың айҡанлы һиңә донъялағы иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Киләсәк тормошоң шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай, сәләмәтлегең ныҡ булһын. Артабан да шулай еҙнәйебеҙ менән бергә йортоғоҙ усағын һүрелт­мәй, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, тормоштоң йәмен татып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.
Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһаң да,
Яҙ ҡояшы һинең күңелеңдә.
Һәр саҡ шулай йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә!
Ихлас ҡотлауҙар менән туғаның Имза, киленең Розалия һәм балалар.

Автор:
Читайте нас: