Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Февраль 2023, 10:59

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ишемғолов Ғәлинур Зинур улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле атайыбыҙ һәм ҡартатайыбыҙ Ишемғолов Ғәлинур Зинур улын 94 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ошо күркәм көн уңайынан донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ: ҡоростай һаулыҡ, иҫәнлек, тыныс ҡартлыҡ насип булһын. Йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерең,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай,
Баш эйәбеҙ һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда.
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: