

Мөкәй ауылында йәшәүсе ағайыбыҙ Мусин Рәфил Һәҙиәт улын 65 йәшлек юбилейы һәм еңгәбеҙ Рәйфә Мәғәфүр ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләһе көндәрегеҙҙә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы, бәрәкәтле мул тормош, балаларығыҙҙың, ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен күреп, оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын күңелегеҙ.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерегеҙ.
Сәләмәтлек һәр саҡ юлдаш булһын,
Яманлыҡтар урап уҙһындар.
Алда килер көндәрегеҙ
Тик шатлыҡтан ғына торһондар.
Ҡотлау менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән һеңлегеҙ Әлфиә һәм балалар.