Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Февраль 2023, 10:40

Байрамдар ҡотло булһын!

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Таһир Ғирфановҡа

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе яҡын кешебеҙ – Таһир Ғирфановты тыу­ған көнө менән тәбрик итәбеҙ.
Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, парлы, оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең изгелектәрен, уңыштарын күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә Хоҙай насип итһен. Киләсәк тормошоң матур булһын.
Сәстәреңә сал төшһә лә,
Әле лә бирешмәйһең.
Ҡартайырға мәл етмәгән,
Күңелең менән һин йәшһең.
Йыл артынан йылдар килһен,
Имен-аман булайыҡ.
Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Уны бергә уҙайыҡ.
Юбилейың менән ҡотлап ҡатының Фирүзә, улдарың Радик, Руслан, киленең Эльвира, ейәнсәрең Разалина, ейәнең Тамерлан.

Автор:
Читайте нас: