Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Ғинуар 2023, 16:20

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Сәғитова Зимфира Салауат ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Сәғитова Зимфира Салауат ҡыҙын 50 йәшлек юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән апайың Мәүсилә, ағайҙарың Самат, Азамат, беҙҙең ғаиләләр, ҡустың Илшат.
***
Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Сәғитова Зимфира Салауат ҡыҙын 50 йәшлек алтын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныс­лығы, тән сихәте, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡай­ғы-хәсрәткә бирешмәй, һаман шулай көслө рухлы, ярҙамсыл, изге күңелле, балаларыңдың игелеген күреп, тормош иптәшең Айҙар менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын, рәхмәтләргә һәм рәхәтләргә төрөнөп йәшә!
50 йәш ул күп тә, аҙ ҙа
50 йәш ул - оло юл.
Төрлөһө булғандыр юлда,
Юлдар еңел булмай ул.
Ауыр саҡта бирешмәнең,
Һынманың, һығылманың.
Тормоштоң дауылдарында
Ауманың, йығылманың!
Ҡотлауҙар менән Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе апайың Зөлфиә, еҙнәң Вәрис, туғаның Альберт, киленең Альмира һәм улың Усман.

Автор:
Читайте нас: