Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Ғинуар 2023, 11:31

Байрамдар ҡотло булһын!

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Бикҡужин Флүр Фәрғәт улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Бикҡужин Флүр Фәрғәт улын матур ғүмер байрамы – 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәр, барыбыҙ өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, ярҙамсыл, кешелекле булып ҡал.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә матур йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, кейәүең, киленең һәм
ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: