Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Ғинуар 2023, 11:11

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Фәнүзә Магиян ҡыҙы һәм Булат Ғиниәтулла улы Хәсәновтарға

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ, өләсәй-олатайыбыҙ Фәнүзә Магиян ҡыҙы һәм Булат Ғиниәтулла улы Хәсәновтарҙы ғүмер байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ошо күркәм байрамдары айҡанлы иң изге, иң яҡ­ты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе етке­рә­беҙ. Ғү­мер миҙгелдәренең матур байрамында атай-әсәйебеҙгә ҡоростай ныҡлы һау­лыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, йән ты­ныслығында тигеҙ ғүмер итеп, ба­ла­ларығыҙҙың изгелеген күреп, те­рәк-­таяныс булып, беҙ­ҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Һеҙ булғанға беҙ бәхетле, һеҙҙең менән донъябыҙ ышаныслы, күңелебеҙ көр.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп,
Йәшәүегеҙҙе генә теләйбеҙ.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр
ташламаһын,
Ауырлыҡтар ишек ҡаҡмаһын.
Хоҙай һеҙҙе бары беҙҙең өсөн
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаһын.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
***
Ҡәҙерле Фәнүзә Магиян ҡыҙы һәм Булат Ғиниәтулла улы!
Һеҙҙе матур юбилейҙарығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фәнүзә, Һеҙ ярҙамсыл, тоғро дуҫ һәм кәңәшсе иптәш тә. 35 йыл ғүмерегеҙҙе балаларға математиканан белем биреүгә бағышланығыҙ, 25 йылдан артыҡ уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләнегеҙ. Был дәүерҙә күпме йәш уҡытыусыларҙы уҡытыу һөнәренә өйрәттегеҙ, уларға нәсихәтсе булдығыҙ. Булат хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда водитель һәм крансы булып эшләне. Мәктәп эштәре күп ваҡытығыҙҙы алһа ла, дүрт бала үҫтереп, уларға юғары белем бирҙегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәре хәҙер ата-әсә, үҙ донъяларын ҡороп, донъя көтә. Һеҙ ун ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй һәм олатайһығыҙ. Һеҙгә балаларығыҙҙың изгелеген күреп, туған һәм дуҫтарығыҙҙың хөрмәтен һәм таянысын тойоп, оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоноп йәшәргә насип булһын.
Хөрмәт менән ғаилә дуҫтарығыҙ Әсҡәт, Фаилә һәм беҙҙең балалар (һеҙҙең уҡыусыларығыҙ).
***
Ғинуар айы үҙенең аяҙ һыуыҡ көндәре һәм йылы ҡояш нурҙары менән хайран ҡалдыра, аптырата. Ошо айҙың бер көнөндә класташтарым, ғаилә дуҫтарым Фәнүзә Магиян ҡыҙы менән Булат Ғиниәтулла улы Хәсәновтар донъяға килгәндәр ҙә инде.
Дуҫтарым! Һеҙҙе күркәм ғүмер байрамығыҙ – 70 йәшлек юбилейығыҙ ме­­нән ихлас ҡотлайбыҙ. Теләктәрҙең иң изгеһен – балаларығыҙҙың игелеген күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, пар ҡанатлы булып, тигеҙлектә, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе, ейән-ейән­сәрҙәрегеҙҙең хөрмәтен тойоп, уларҙан яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп, балаларығыҙға, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға кәрәк һәм терәк булып йә­шә­үегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай ярҙамсыл, тырыш, изге күңелле булы­ғыҙ. Киләсәгегеҙ яҡты һәм тыныс булһын!
Йәшлектең дә, ҡартлыҡтың да
Үҙенсә матур юлы.
Иң бәхетле саҡ шулай ҙа –
Парлашып ҡартайыуы.
Балаларға әсәй кәрәк,
Атай кәрәк бигерәк тә.
Бир, Хоҙайым, тулы тормош
Дуҫтарыма бүләккә.
Иң изге теләктәр һәм тәрән ихтирам менән ғаилә дуҫығыҙ Зәбирә һәм балаларым.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Фәнүзә Магиян ҡыҙы һәм Булат Ғиниәтулла улы Хәсәновтарҙы 70 йәшлек оло юбилейҙары менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, шатлыҡлы көндәр, үҫтергән балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, беҙҙе шатландырып, бәрәкәтле имен тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Миңниса, еҙнәгеҙ Ғәлинур Камалов­тар, беҙҙең балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр.

Автор:
Читайте нас: