Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Ғинуар 2023, 09:24

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы Ғәҙелшинаға

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы Ғәҙелшинаға
Хөрмәтле Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы! Һеҙҙе 70 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Һеҙ бөтә ғүмерегеҙҙе балаларға белем биреүгә һәм уларҙы тәрбиәләүгә бағышланығыҙ. Егерме йылға яҡын Иҫке Бәпес мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләнегеҙ, шул уҡ ваҡытта балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙегеҙ. Тиҫтәләгән уҡыусыларығыҙ районда олимпиадаларҙа призлы урындар алды һәм Һеҙҙең эҙҙән китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланы.
Һеҙ һәләтле уҡытыусы ғына түгел, ә яҡшы әсә лә. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем биреп, тормош юлына баҫтырҙығыҙ. Әлеге көндә Һеҙ уларҙың балаларына – һигеҙ ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй.
Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы! Һеҙ яҡшы уҡытыусы ла, дуҫтарыңа ярҙамсыл һәм кәңәшсе иптәш тә. Һеҙгә киләсәктә балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың хөрмәтен тойоп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ матур тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Әсҡәт, Фаилә һәм беҙҙең балалар.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ғаилә дуҫыбыҙ Ғәҙелшина Зәбирә Зәйнулла ҡыҙын ғүмер байрамы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйенсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарың Фәнүзә, Булат һәм беҙҙең балалар.
***
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе дуҫым Ғәҙелшина Зәбирә Зәйнулла ҡыҙын 70 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Дуҫым! Ғүмер байрамың көндө мин һиңә изге теләктәремде еткерәм: алдағы йылдарҙа ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, һәр атҡан таңға, яуған аҡ ҡарҙарға, яҡты яҙҙарға, йәмле йәй, көҙҙәргә һоҡланып, балаларыңдың изгелек-ихтирамын күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт йәшә. Һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш, уңған, ғаиләңдең нуры, балаларыңдың терәге, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изге күңелле өләсәһе булып, тормоштан йәм табып йәшә.
Ныҡлы сәләмәтлектә, балаларың изгелегендә, дуҫтар-туғандарың ихтирамында йортоңдоң йәме булып, иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйем.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйенсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән дуҫың Ғәлиә Абдуллина.

Автор:
Читайте нас: