Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Ғинуар 2023, 16:52

Байрамдар ҡотло булһын

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Хоҙайбирҙина Әлфирә Хәбибрахман ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын
Байрамдар ҡотло булһын

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Хоҙайбирҙина Әлфирә Хәбибрахман ҡыҙын 70 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге те­­ләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡ­шамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте артһын, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп, беҙгә терәк һәм кәрәк булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал инһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, ҡәҙерлебеҙ, ауырымайынса,
Һин донъяла беҙгә бер генә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Айгөл, Айһылыу, кейәүең Айрат, ейәнсәрҙәрең Азалия, Эмилия, Севастополь ҡалаһында хеҙмәт итеүсе ейәнең Радмир.

Автор:
Читайте нас: