Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Декабрь 2022, 10:46

Байрамдар ҡотло булһын!

Мөкәй ауылында йәшәүсе Аласова Ғәҙилә Хөрмәтулла ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Мөкәй ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Аласова Ғәҙилә Хөрмәтулла ҡыҙын 85 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәйсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйсә, йәшәүҙән йәм табып,балаларыңдың күңел йылыһын тойоп,бәхеттә-шатлыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡ­та, яҡындарыңды һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә уңғанлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә!
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Һәр бер яҡшылығың, изгелегең өсөн
Хоҙай ололаһын үҙеңде!
Иң изге теләктәр менән улың Илшат, ҡыҙҙарың Әлфира, Гөлшат, киленең Айгөл, кейәүең Риф, ейәндәрең Рәис, Илназ, Алмаз, Инсаф.

Автор:
Читайте нас: