Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Декабрь 2022, 10:35

Байрамдар ҡотло булһын!

Үтәгән ауылында йәшәүсе Ғәлиәкбәрова Миңһылыу Ғиндулла ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Үтәгән ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Ғәлиәкбәрова Миңһылыу Ғиндулла ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Оло йөрәкле, киң күңелле ғәзиз кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән улың Рәмзит, ҡыҙҙарың Алһыу, Таңһылыу, киленең Ләйсән, кейәүҙәрең Фәнзил, Максим, ейән-ейәнсәрҙәрең Радмир, Линар, Азалина, Әҙилә, Эмиль, Эмир, ҡалған барлыҡ туғандарың исеменән - апайың Райхана, еҙнәң Рифғәт, һеңлеләрең Айһылыу, Альбина.

Автор:
Читайте нас: