Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Декабрь 2022, 11:17

Ҡыш бабай менән ҡайҙа аралашырға мөмкин?

Балалар һәм өлкәндәр ҡышҡы тылсымсыға шиғыр һөйләй, уға хаттар тапшыра, фотоға ла төшә ала.

Ҡыш бабай менән ҡайҙа аралашырға мөмкин?
Ҡыш бабай менән ҡайҙа аралашырға мөмкин?

Яңы йыл каникулдары көндәрендә Өфөлә, Ағиҙел йылғаһы буйында Ҡыш бабай йорто эшләй. Әкиәт персонаждары ҡунаҡтар өсөн яңы йыл уйындары һәм конкурстар, резиденция буйлап экскурсия ойоштора. Балалар һәм өлкәндәр ҡышҡы тылсымсыға шиғыр һөйләй, уға хаттар тапшыра, фотоға ла төшә ала. Был хаҡта мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Айгөл Хәсәнова һөйләне.

Өфө Ҡыш бабайы менән көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем аралашырға мөмкин. Резиденцияға инеү бушлай. Шулай уҡ бында боландар менән вольер, сауҙа палаткалары эшләй. Яңы йыл төнөндә, 31 декабрҙә, Рус драма театры алдындағы майҙанда һәм Ҡыш бабай резиденцияһында киске сәғәт 8-ҙән төнгө 2-гә тиклем байрам программалары ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-06/stalo-izvestno-gde-v-ufe-mozhno-budet-poobschatsya-s-dedom-morozom-3059307

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: