Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Ноябрь 2022, 09:07

Байрамдар ҡотло булһын!

Малай ауылында йәшәүсе Ҡоҙаҡаева Зинәйҙә Мәғәфүр ҡыҙын 55 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, киләсәктә лә тормош­ҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяғыҙ түңәрәк булһын! Ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән Ҡоҙаҡаевтар, Рәхмәтуллиндар, Яппаровтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: