Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Ноябрь 2022, 14:32

Иңендә – яуаплы хеҙмәт

Эске эштәр органдары хеҙ­мәткәрҙәре иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Уларҙың бурысы – хоҡуҡ тәртибен күҙәтеү, закондарҙы һаҡлау, кешеләрҙең именлегенә, һаулығына, ғүмеренә һәм тормошона хәүеф янау­сы енәйәттәрҙе тикшереү, ғөмүмән, улар енәйәтселеккә ҡаршы көрәшә һәм тәртип тәьмин итә.

Иңендә – яуаплы хеҙмәт
Иңендә – яуаплы хеҙмәт

Был өлкәлә элек-электән ир-егеттәр эшләүенә күнеккәнбеҙ. Әммә ҡыйыу, көслө, ҡурҡыу белмәҫ ир заттары менән бер рәттән гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хоҡуҡ һағында ла­йыҡлы хеҙмәт алып бара. Бына уларҙың береһе – Эске эштәр министрлығында миграция бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Гүзәл Шинова. Прибельский ауылында тыуып үҫкән Гүзәл Нәүфәл ҡыҙы 1996 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының юридик институтын юрист һөнәре буйынса тамамлап, районға йүнәлтелә. Кесе лейтенант званиеһын алған ҡыҙ 2007 йылға тиклем Тикшереү бүлегендә тәүҙә тәфтишсе, артабан өлкән тәфтишсе булып хеҙмәт итә, ауыр енәйәттәрҙе асыуҙарҙа ҡатнаша. 2008 йылдан ошо уҡ бүлектең тәүтикшереү бүлексәһендә начальник вазифаһын алып бара. Ә 2017 йылдан миграция буйынса бүлексәне етәкләй. Был бүлексә граждандарға дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сит ил граждандарының миграция законсалығын һаҡлауҙы контролдә һәм күҙәтеүҙә тотоу эштәрен башҡара.
- Һөнәр һайлау – кеше тормошондағы иң мөһим ҡарарҙарҙың береһелер. Сөнки йәнеңә рәхәтлек бирә торған эш менән кеше ҡәнәғәт булып, үҙен бәхетле хис итә. Өлкән кластарҙа педагогия инситутына уҡырға инергә тигән теләгем бар ине. Әммә юрист һөнәрен алыуға хәрби офицер булған өлкән ағайым Илдар тәьҫир итте. Ул миңә һәр саҡ өлгө һәм авторитет булды. Һөнәр һайлау юлы торғанда ағайымдың кәңәше һәм тәҡдиме буйынса юрист һөнәрен һайланым. Шулай уҡ атайым Нәүфәл Мөхәмәтгәрәй улы һәм әсәйем Сәлиха Ҡадир ҡыҙына һәр саҡ миңә терәк һәм таяныс булып тороуҙары өсөн рәхмәтлемен. Был һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәйем, бик яуаплы, тынғыһыҙ һәм ауыр хеҙмәт булһа ла, үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Миңә кешеләр һөнәри эшмәкәрлек буйынса ғына түгел, башҡа һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр. Бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, ҡайһы берҙә хатта кәңәш һәм һүҙ менән генә булһа ла ярҙам итергә тырышам, - ти Гүзәл Шинова.
Гүзәл Нәүфәл ҡыҙының закон һағындағы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Төрлө йылдарҙа 1, 2, 3 дәрәжәләге “Хеҙмәттә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн”, “Эске Эштәр министрлығының маҡтаулы хеҙмәткәре”, “Енәйәтселек менән көрәштә ҡаҙаныштары өсөн”, “Иң яҡшы тәүтикшереүсе” билдәләре менән бүләкләнә.
Ғүмерен яуаплы хеҙмәткә бәйләгән Гүзәл Шиноваға артабан да эшендә уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Илнара Хәкимова фотоһы.

Автор:
Читайте нас: