Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Ноябрь 2022, 15:26

Байрамдар ҡотло булһын!

Күлләр ауылында йәшәүсе Рәхмәтуллин Нәзир Мәүлитбай улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Күлләр ауылында йәшәүсе атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәхмәтуллин Нәзир Мәүлитбай улын 65 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һинең менән тормошобоҙ бө­төн, аҙымдарыбыҙ ыша­ныслы. Тормош һынау­ҙа­рына бирешмәйенсә, ауыр­лыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бә­хет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта әсәйебеҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың исеменән улың Рәфис, киленең Айгөл һәм беҙҙең балалар.

***

Ҡоҙабыҙ Рәхмәтуллин Нәзир Мәүлитбай улын күркәм юбилейы уңа­йынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ошо иҫтәлекле ғүмер байрамың кө­нөндә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡоҙабыҙ, һиңә ныҡлы сә­лә­мәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы һәм имен тормош теләйбеҙ. Киләсәктә лә шулай асыҡ йөҙлө, оло йәнле, кешелекле һәм киң күңелле булып ҡал.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Мәжит, ҡоҙағыйың Зинәйҙә һәм беҙҙең балалар.

Автор:
Читайте нас: