Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Ноябрь 2022, 15:21

Байрамдар ҡотло булһын!

Мырҙа ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ Рәзифә Зөбәйер ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ Илшат Нурғәле улы Арыҫлановтарҙы 60 йәшлек матур юбилейҙары менән ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙгә оҙон, бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, бә­хе­­­тебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙ­ҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡо­то бу­­лып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙ­һын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Барыһы өсөн дә рәхмәт. Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ.
Күк йөҙөндә сикһеҙ күп йондоҙҙар
Иң яҡтыһы фәҡәт һеҙ генә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һеҙ генә.
Ҡотлау менән балаларығыҙ.

Автор:
Читайте нас: