Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Ноябрь 2022, 15:16

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Шай­марҙанов Фәиз Рамазан улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, тормош иптәшем, ағайыбыҙ Шай­марҙанов Фәиз Рамазан улын тыуған көнө менән ихлас кү­ңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һин беҙҙең барыбыҙ өсөн да ныҡлы терәк-таяныс, ярҙамсы. Бигерәк хәстәрлек­леһең, ҡулыңдан килмәгән эшең юҡ. Киләсәктә һиңә һаулыҡ, бар эшеңдә лә уңыштар, яҡындарыңдың ҡәҙеренә төрөнөп, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Ҡотло булһын тыуған көнөң!
Был көн шундай күңеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡтылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул,
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Ҡотлауҙар менән атай-әсәйең, тормош иптәшең, өләсәйҙәрең, туғандарың.

Автор:
Читайте нас: