

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, ҡыҙым, киленебеҙ Булатова Гөлнур Фәрит ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйенсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илнур, ҡыҙың Розалина, улың Тимур, әсәйең Земфира, ҡәйнәң Әминә, ҡайның Айҙар.