

Әсәйебеҙ 1942 йылдың 10 октябрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында Садиҡа һәм Хажиәхмәт Вәлиевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ирен һуғыш яланына оҙатып береһенән-береһе кескәй ҡыҙҙары Фәниә, Фәриҙә, Флизә менән яңғыҙ ҡалған әсәһенең иңенә ауыр йөк төшә. Аслыҡ-яланғаслыҡ уларҙы ла урап үтмәй. Ярты буханка икмәк, ике-өс бөртөк шәкәр өсөн көнө буйына сиратта торған, мәктәпкә кейеп барырға кейемдәре булмағанлыҡтан, береһенең ҡайтҡанын икенсеһе көтөп ултырыуҙарын бик әсенеп иҫкә ала ул.
- Йәйҙәрен тамаҡ туйып ҡала торғайны, иртә яҙҙан төрлө үләндәр, йәйҙәрен еләк-емеш йыйып ашай инек. Ҡыҙҙар менән еләккә барһаҡ, урыҫтар килеп сығып, еләгебеҙҙе түгеп, ҡыуып ебәргән саҡтар ҙа була ине. Шуға ҡурҡа-ҡурҡа, ҡасып йыя инек, - ти ул.
Ул йылдарҙа балаларға ла бик иртә эшкә егелергә тура килә. Әсәйебеҙ ҙә бәләкәй генә сағынан мал көтөшөргә, ураҡ менән иген урырға, ашлыҡ, утын әҙерләргә йөрөй.
Аталары иҫән-һау һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандан һуң тыуған Фәнил, Фәрит, Флүрә ғаиләгә именлек, бөтөнлөк килтерә. Бына шундай ҙур, татыу ғаиләлә үҫә беҙҙең әсәйебеҙ. Йәшлек йылдарында Талбазы һөнәрселек училищеһында уҡып баҡсасы һөнәрен ала. Һуңынан тормош юлында Ҡарлыман ауылы егете Батыршин Сәлих Сафа улын осратып матур ғаилә ҡоралар һәм беҙгә, биш балаға ғүмер бирәләр. Салауат исемендәге колхозда атайыбыҙ механизатор, әсәйебеҙ сөгөлдөрсө булып эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Биш бала үҫтергән тип әйтеүе генә анһат. Бар эш тә ҡул менән башҡарылған ауыр заманда береһенән-береһе бәләкәй биш баланы аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, еңел булмағандыр. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнгә тиклем колхоз эшендә йөрөгән атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бер кемдән дә ҡалышмайынса донъя көтөргә лә, балаларына тәрбиә бирергә лә өлгөргәндәр. Әсәйебеҙ бешергән тәмле аштар, бәйләп кейҙергән йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр һәр ваҡыт бала сағыбыҙҙы хәтерләтеп, тыуған йортҡа тартып тора. Улар алдында беҙ мәңге бурыслыбыҙ.
Әсәйебеҙ беҙҙең сабыр ҙа, аҡыллы ла, зирәк тә. Йәшәй-йәшәй ҡәҙерлебеҙҙең бөйөклөгөн нығыраҡ аңлай барабыҙ. Яңынан-яңы уның асылмаған сифаттарын асабыҙ. Унан өлгө алабыҙ, уға тиңләшергә тырышабыҙ. Һәр кемдең әсәһе үҙенә ҡәҙерле булған кеүек беҙҙең әсәйебеҙ ҙә беҙгә бик ҡәҙерле. Һинең уҡыған доғаларың беҙҙе һәр ваҡыт һаҡлап-яҡлап йөрөтә.
Әсәй, һиңә ошо матур ғүмер байрамыңда бары тик аҡ бәхеттәр генә теләйбеҙ: һаулыҡта-сәләмәтлектә, беҙгә терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп беҙҙең - биш балаңдың таяныс-хөрмәтен күреп, тыуған йортобоҙҙоң утын һүндермәйенсә оҙаҡ йылдар йәшәргә Хоҙай насип итһен үҙеңә.
Ҡәҙерле, әсәйебеҙ!
Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен,
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар.
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең
күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән
матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә.
Ҡотлау менән балаларың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең.