Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Сентябрь 2022, 11:44

Байрамдар ҡотло булһын!

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Бик­ҡужин Рәйес Ғи­ниәтулла улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!


Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡә­ҙерле еҙнәбеҙ Бик­ҡужин Рәйес Ғи­ниәтулла улын ғүмер байрамы - 85 йәш­лек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә иң мөһиме - ныҡ­лы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныс­лығы теләйбеҙ. Туғандарының из­гелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәргә яҙһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Байрамдың матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып,
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Иң изге теләктәр менән балдыҙҙарың Динә, Гөлсөм, Венера, кейәүҙәрең Нурлан, Ғәлимйән, Әнүр.

Автор:
Читайте нас: