Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Сентябрь 2022, 15:31

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе Ғәҙелшина Әлиә Басир ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле ҡыҙым, апа­йыбыҙ Ғәҙелшина Әлиә Басир ҡыҙын 45 йәшлек күркәм байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һау­лыҡ­тың иң ныҡлыһын, бә­хеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртә­лә­рең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡын­да­рың­дың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, ҡустың Азамат, килендәрең Гөлшат, Фаягөл, туғандарың Фидан, Азалия, Айһылыу, Вадим.
***
Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан киленем Ғәҙелшина Әлиә Басир ҡыҙын матур юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡай­нар ҡотлайбыҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бә­хет­ле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йыл­дарың да өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шат­лыҡ-һөйө­нөстәр­гә генә тулып тәгәрәһен. Яҡын­дарыңдың терәк-таяны­сы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур ғүмер ит.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәғәфүр, улдарың Әмир, Юнир, Эльвир, ҡайның Нур.
***
Ефремкин ҡулланыусылар кооперативы Ғәҙелшина Әлиә Басир ҡыҙын 45 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡай­нар ҡотлай.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле хеҙмәттәшебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.

Автор:
Читайте нас: