

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, ағайыбыҙ Ҡолғонин Илмир Рәфил улын тыуған көнө һәм ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ Әбдрәҡипова Айһылыу Рәфил ҡыҙын 35 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Киләсәктә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, көтөлмәгән шатлыҡтар, барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Имен, бәрәкәтле, мул тормошта, күңел тыныслығында яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, оҙон бәхетле ғүмер итергә яҙһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ, әсәйегеҙ, Руфина.