Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Сентябрь 2022, 15:11

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле, яратҡан ата­йыбыҙ, олатайыбыҙ Әминев Әлфәт Ғата­улла улына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле, яратҡан ата­йыбыҙ, олатайыбыҙ Әминев Әлфәт Ғата­улла улын 70 йәшлек ма­тур юбилейы менән ҡот­лай­быҙ. Оҙон, бәхетле ғүмер, ныҡ­лы сәләмәтлек, күңел ты­ныслығы, иман байлығы, ике донъя бәхете насип булһын. Балаларың, туғандарың, дуҫ­та­рыңдың һөйөүенә, ҡәҙер-хөрмәтенә, иғтибарына төрөнөп, шатланып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Һинең оло йөрәкле, киң күңелле, алсаҡ, иғтибарлы, ихтирамлы, итәғәтле, тәрбиәле, эшһөйәр, тырыш булыуыңа һоҡланабыҙ. Тыуған йортобоҙҙоң усағын, йылыһын һүндермәйенсә беҙҙе көтөп тораһың, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алаһың, изге теләктәр менән оҙатып ҡалаһың. Әсәйебеҙҙең юҡлығын һөйөүең, күңел йылың менән тултыраһың. Бөтә изгелектәрең өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Изге теләк, йылы һүҙҙән башҡа
Таба алмайбыҙ оло бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Рәхмәт, атай, һин булғанға
Тормошобоҙ күгендә.
Терәк булдың һин һәр ваҡыт,
Кәрәклеһең бөгөн дә.
Атай, ғүмереңдә һәр саҡ
Беҙгә үрнәк булып йәшәнең.
Бҙҙең өсөн оло бәхет бит ул
Сәләмәт һәм имен йәшәүең.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләгән шатлык, бәхет, атай,
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән балаларың.

Автор:
Читайте нас: