Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Сентябрь 2022, 12:30

Һаман да хәтерҙә, һаман да беҙ бергә...

Алыҫ араларҙы яҡын итеп, ҡанатланып тыуған ерҙәргә осра­шыуға ҡайтты Түбәнге Төкөн мәктәбен 1982 йылда тамамлау­сы, Үрге Төкөн ауылынан өс-дүрт саҡрымды йәйәү йөрөп уҡыусы класташтар.

Һаман да хәтерҙә, һаман да беҙ бергә...
Һаман да хәтерҙә, һаман да беҙ бергә...

Мәктәп һәм класташтар мәң­­ге күңелдә ҡала. Әйтерһең, аралағы ҡырҡ йыл бер ни түгел, кү­ңелдәр йәш, йөрәктәр ҡартай­маған. Барыһы ла әле генә кеүек, ҡырҡ йыл һиҙҙермәйенсә генә үткән дә киткән... Ул йыл­дар­ҙа балалар күп ине. Өс ауылдан йы­йылышып, “а” һәм “б” кластарына бүленеп уҡы­ныҡ, ә 9-10-сы кластарҙа берләш­тек.
Туған мәктәбебеҙ белем иле­нә алып менде, артабанғы яҙмыштарыбыҙҙы хәл итергә бу­лышлыҡ итте. Ҡулдарыбыҙға аттестат алғас, һәр беребеҙ бәхет эҙ­ләп төрлө яҡтарға ҡош балалары кеүек таралыштыҡ. Ауылда үҫкән балалар ҡалаларҙа күңел­дәр­гә ятҡан һөнәрҙәр алып, хеҙ­мәт юлдарын башланы. Бер ерҙә лә һынатмай, тормош даръ­я­һы­на сумдыҡ... Яҙмыш һабаҡташ­тарымды ҡайһы тарафтарға ғына илтмәгән дә, ниндәй генә һы­нау­ҙар ҡуймаған, ниҙәр генә ки­се­рергә тура килмәгән! Шулай ҙа һынатмағанбыҙ. Арабыҙҙа төр­лө һөнәр эйәләре бар. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәк тә, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып, үҙ урын­дарыбыҙҙы тапҡанбыҙ. Хә­ҙер күптәр олатай-өләсәйҙәр ҙә булып бөткән. Ҡыҙҙарыбыҙ пенсия ала баш­ла­һа­лар ҙа, барыһы ла тиерлек эшләп йөрөйҙәр. Һәр кемдең үҙ донъ­я­һы, үҙ йәшәйеше булһа ла, беҙҙе тыуған ауылыбыҙ, мәктәбебеҙ, ба­ла һәм үҫмер саҡтарыбыҙ бер­ләштерә.
Класташтар осрашыуы – ул бик тулҡынландырғыс күрешеү. Мәктәп һәм класташтар мәңге күңелдә. Әйтерһең, аралағы йыл­дар бер ни түгел, күңелдәр йәш, йөрәктәр ҡартаймаған. Бер­гә уҡы­­ған, ҡайһы саҡта бер телем икмәкте бүлешеп ашаған дуҫ­тар­ҙы күргәс хистәрҙең сиге булма­ны! Ҡырҡ йыл ваҡыт уҙ­ғандан һуң мәктәп коридорында ҡыҙҙар аҡ таҫмалар һәм аҡ алъ­яп­ҡыс­тар тағып теҙелдек. Һабаҡ­таштар әллә ни үҙгәрмәгән дә ке­үек, йыл­­дар ғына йөҙ-кәү­ҙә­ләргә бер аҙ үҙ төҫтәрен өҫтәп, йәштәренә күрә матурайта төш­кән, олпат­ла­ған, ә холоҡ-ҡы­лыҡ­тар шулай уҡ тойолдо, шуҡлыҡтар ҙа һаҡ­лан­ған.
Балалыҡ хәтирәләренә бер­гә­лә­шеп ҡайттыҡ. Иҫтәлектәр иҫ китмәле күп ине. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Беҙ берҙәм инек, сер тоттоҡ, үҙебеҙҙе яҡлай белдек. Осрашыуҙа берәм-берәм уҡытыусыларыбыҙҙы барланыҡ. Ул саҡтарҙа уҡытыусыларҙы ни­ңәлер ябай итеп, татарса “абый”, “апа” тип йөрөтә инек. Сә­йет, Абдулхаҡ, Хөрмәт, Таһир, Ғәҙелхан абыйҙар, Рая, Венера, Хөршиҙә, Миңниса, Вәкилә апа­­лар... Сәйет Талип улын, ул уҡытҡан рус әҙәбиәтен иҫкә алып, мин А.С.Пушкиндың “У лукоморья” шиғырын да ят­тан һөйләп ишеттерҙем! Уларға бәйле иҫтәлектәргә туҡталдыҡ... Хәҙер инде күптәре мәрхүм бул­ған уҡытыусыларыбыҙҙы рәхмәт хисе менән хәтергә төшөрҙөк. Шу­лай уҡ яҡты донъяларҙан ир­тәрәк киткән һабаҡташ­тары­быҙ­ҙы һағыш менән иҫкә алдыҡ...
Беҙҙе берләштергән тағы ла бер нимә - ул беҙҙең Ҡара­күле­беҙ. Ошонда һыу инеүҙәре ни то­ра ине! Ул да күпме иҫтәлектәр һаҡ­лай. Шуға ла мәктәптән һуң осрашыуҙы Ҡаракүл буйында да­уам иттек. Күпме һыуҙар ағып, донъ­ялар үҙгәрһә лә, күл шул көйө. Уның матурлығына ҡарап һоҡландыҡ. Бында усаҡ яҡтыҡ, шешлек бешерҙек, Ҡаракүлдә кә­мәлә йөрөнөк... Күпме иҫ­тә­лектәр “терелде”, был көндө, әйтерһең, ҡырҡ йылға йәшәрҙек. Яҙмыштың елдәре йөҙҙәргә һырҙар һалып, сәстәрҙе сал­ландырһа ла, күңелдәргә төрлө яралар һалһа ла, был көндө рәхәтләнеп күңел астыҡ, күп тәьҫораттар алдыҡ, бер көнгә булһа ла балалыҡҡа, йәшлеккә ҡайттыҡ. Осрашыу күңелдәрҙе оҙаҡ йылытып торор һәм артабан дә йәшәү өсөн көс-дәрт бирер, тип уйлайым.
Был көндө Бөйөк Ватан һу­ғышында ҡатнашыусылар иҫтә­легенә төҙөлгән обелискыға сәскәләр һалдыҡ, мәсет эргә­һендә фотоға төштөк.
Күрешеп күҙҙәр туйманы, һөй­­ләшеп һүҙҙәр бөтмәне, ки­лә­сәктә йышыраҡ осрашырға һүҙ бирҙек, барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ.
Мөнирә Ғүмәрова.
Үрге Төкөн ауылы.

Автор:
Читайте нас: