Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Сентябрь 2022, 12:42

Байрамдар ҡотло булһын!

Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, ата­­­йыбыҙ, ола­тайы­быҙ Бай­ғус­ҡаров Хәмит Кәш­фул­ла улын 60 йәшлек юбилейы һәм әсәйебеҙ Фәнүзә Рауил ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоноп, 30 йыл матур ғүмер итеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме - алдағы ғүмер юлдарың именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың игелеген күреп, яҡындарыңдың иғтибарын, ихтирамын тойоп, әсәйебеҙ менән тыныс ҡартлыҡта ғүмер ит. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Балаларыбыҙға ла яғымлы, хәстәрлекле олатай. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын оҙаҡ йәшәргә.
Ер йөҙөндә кеше йәшәй күпме,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнүзә, ҡыҙҙарың Оксана, Ләйсән, кейәүҙәрең Руслан, Евгений, ейән-ейәнсәрҙәрең Рафаэль, Самира, Даниэль һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.

Автор:
Читайте нас: