Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Сентябрь 2022, 12:35

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ғимранова Роза Ғәйнулла ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ Ғимранова Роза Ғәйнулла ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Тормош юлың һинең – матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө алырлыҡ.
Рәхмәт, әсәй, һиңә ихлас йөрәктән,
Һинең ғүмер – беҙҙең ғорурлыҡ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, һис бер ваҡыт,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Ильяс, ейәнсәрҙәрең Ләйлә, Илзирә.

Автор:
Читайте нас: