Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Сентябрь 2022, 12:31

Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫеп, Ҡустығол ауылында йәшәүсе Хәсәнова Хәлиҙә Фәнил ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫеп, Ҡустығол ауылында йәшәүсе Хәсәнова Хәлиҙә Фәнил ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, имен, бәрәкәтле тормош, донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте артһын, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә ҡәҙер-хөрмәт күреп, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Һәр атҡан таңға ҡыуанып һәм һоҡланып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әнүәр, улың Илшат, киленең Ольга, ейәнсәрҙәрең Екатерина, Алиса, бүләсәрең Таисия.

Автор:
Читайте нас: