Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Сентябрь 2022, 09:53

Бөгөн һәр кем бушлай милли кейемдәрҙә фотоға төшә ала!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Ағиҙел" предприятиеһы һеҙгә шундай мөмкинлек бирә.

Бөгөн һәр кем бушлай милли кейемдәрҙә фотоға төшә ала!
Бөгөн һәр кем бушлай милли кейемдәрҙә фотоға төшә ала!

Башҡортостанда апрель айының икенсе һәм сентябрҙең өсөнсө йомаһында Милли кейем көнө үткәрелә. Ошо байрам айҡанлы, бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡ теләүселәр өсөн Башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия үткәрә.

Һәр кемгә башҡорт милли кейеме һәм биш минут ваҡыт биреләсәк. Фотоһүрәттәр "Бәйләнештә" социаль селтәрендә предприятие төркөмөнә һалынасаҡ, аҙаҡ һеҙҙең электрон почтаға ебәреләсәк.

Сара 9 сентябрҙә 15:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 60 адресы буйынса "Ағиҙел" сувенир магазинында үткәрелә. Тик ҡатнашырға теләүселәрҙе һылтанма буйынса үтеп, алдан яҙылырға һорағандар: https://forms.gle/uUQztvCNxqEuk2kx9

 

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-09-09/milli-keyem-k-n-men-n-2941438

Фото: almode.ru

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: