Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Август 2022, 09:13

Байрамдар ҡотло булһын!

Алай­ғыр ауылында йәшәүсе Ғәҙел­шина Динә Тынышбек ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Бөгөн беҙҙә ҙур байрам. Алай­ғыр ауылында йәшәүсе иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ Ғәҙел­шина Динә Тынышбек ҡыҙына 60 йәш тула.
Һине ысын күңелдән тыуған кө­нөң менән ҡотлайбыҙ. Күк йөҙөн­дә­ге ҡояш кеүек һин беҙ­ҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы ке­шебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар, ту­ғандар ихтирамында, беҙ - балаларың игелегендә, изге­ле­гендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин,
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, киленең һәм ейәндәрең.

Автор:
Читайте нас: