Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Август 2022, 16:08

Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Бә­пес ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Сәхәпова Зилә Мәхмүт ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Бә­пес ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе кәләшем, әсәйебеҙ, еңгәбеҙ Сәхәпова Зилә Мәхмүт ҡыҙы ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Оло юбилейы менән ихлас ҡотлап, ҡәҙерлебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Йәмле, сәскәле йәйҙең иң мул айында тыуғанһың һин, шуғалыр ҙа һинең күңелең киң, табының аш-һыуға бай, холҡоң күркәм.
Яҡыныбыҙ бала саҡтан уҡ ныҡышмал, тырыш, һәр эшкә таҫыл ҡыҙ булып үҫә. Хеҙмәт юлын балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Дәүләтебеҙ уның фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалай. Оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып эшләү осоронда күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, “Рәсәй Федера­ция­һының мәғариф алдынғыһы” знагы менән билдәләнә.
Ҡәҙерле кешебеҙ асыҡ йөҙлө, ғаилә усағын яҡтыртыусы тоғро ҡатын да, хәстәрлекле әсәй ҙә, кейәү, килендәренә аҡыллы ҡәйнә лә, туғандарға кәңәшсе, ышаныслы серҙәш тә. Ағайыбыҙ Риф Ғәлимхан улы менән татыу ғаиләлә өс балаға ғүмер бүләк итеп, 44 йыл матур тормош юлын үттеләр. Бөгөн дә балаларға ныҡлы терәк-таяныс, ейән-ейәнсәрҙәргә өлгө булып йәшәй. Күстәге инә ҡорт кеүек туғандарҙы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы берләштереүсе лә еңгәбеҙ. Тормошҡа оптимист ҡарашлы булыуы, йыр-моң һөйөүе (өҙҙөрөп баянда ла уйнай ул), яғымлы, иғтибарлы булыуы менән янына тарта ул барыбыҙҙы.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Күркәм байрамыңда күңел түренән сыҡҡан иң матур теләктәребеҙҙе ҡабул итсе.
Бөгөнгө шат йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын, Һәр атҡан таң шатлыҡлы хәбәрҙәргә тулы булһын. Хоҙай һаулығыңдан айырмаһын, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен. Яратҡан атайыбыҙ, ағайыбыҙ Риф Ғәлимхан улы менән тигеҙлектә, балалар бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә яҙһын.
Бәхетле ғүмер теләп тормош иптәшең, балаларың, туғандарың.

***

Ҡәҙерлебеҙ Сәхәпова Зилә Мәхмүт ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә алдағы тормошонда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, килер көндәрең аяҙ, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Мәрхәмәтле сабыр йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Барлыҡ ҡылған изгелектәрең, ярҙамың үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйы һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Иң изге теләктәр менән туғандарың исеменән һеңлең Зәлиә.

Автор:
Читайте нас: