Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Июль 2022, 11:45

Ауылыбыҙ өҫтөндә иман нуры балҡыны

Ҡорбан ғәйете ғәҙәттәгесә ауылыбыҙҙың ҙур мәсетендә башланды. Бында олоһо ла, кесеһе лә, хатта мәктәп уҡыусылары ла бер рәткә баҫтылар.

Ауылыбыҙ өҫтөндә иман нуры балҡыны
Ауылыбыҙ өҫтөндә иман нуры балҡыны

Иртәнге сәғәт һигеҙҙә ауы­лыбыҙҙың имам-хатибы Мөхә­мәтшин Руслан хәҙрәт дин ҡәр­ҙәштәребеҙгә ҡорбан ғәйе­тенең әһәмиәте һәм ҡорбанға тип салынған малды нисә өлөш­кә бүлеп, уны кемдәргә тара­тыр­ға кәрәклеге хаҡында һөйләп үтте. Артабан ике рәҡәғәт намаҙ уҡы­ғандан һуң, Сахай ауы­лының “Фатиха” мәсете эр­гә­һендә ҙур байрам үтәсәге хаҡында әйтеп, халыҡты шул байрамға саҡырҙы.
Көндөҙгө сәғәт ике тул­ған­сы “Фатиха” мәсете эргә­һен­дә, ҙур ҡаҙан аҫып, киләһе ҡунаҡтар өсөн былау бешереү­се­ләр, сәй ҡайнатыусылар, татлы-татлы ризыҡтарҙан байрам өҫ­­тәле әҙерләүселәр эшкә тотон­ғандар ине. Бер ерҙә усаҡ янһа, икенселәр балалар өсөн батутты көйләне, спорт ярыштары өсөн инвентарҙы барланы.
Ҡорбан байрамы хөрмәтенә ойошторолған байрам танта­на­һын асып “Фатиха” мәсетендә дини уҡыуҙар алып барған Ма­рат Рәшит улы Бүләков Ҡөрь­әндән аят уҡығандан һуң, Са­хай мәҙәниәт йортонда йырсыбыҙ Фәнзил Яхин сараны йәнләндереп ебәр­ҙе. Ҡорбан ғәйетенә махсус са­ҡы­рылған Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азат Айытҡолов тамаша­сыларға ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттергәндән һуң баянсы Әлфәрит Ширғазин менән бергә төрлө көйҙәр баш­ҡарып, тамашасыларҙы үҙҙәренә йәлеп иттеләр. Концерт барышында Әлфәрит Ширғазин Әс­кәр Кәшфуллин һүҙҙәренә үҙе ижад иткән йырын башҡарҙы.
Һүҙ Руслан хәҙрәткә бирелде. Ул байрамға килгән ҡу­наҡтарға, ошо байрамды ойош­тороуҙа ҡат­нашҡан ауыл­даштарыбыҙға йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм йыл әйләнәһенә ауылы­быҙ­ҙа ислам динен таратыуҙа өлөш индергән һәм дини тәрбиә би­реүҙә әүҙем ауылдаш­тарыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Фәнил Хәлиуллин һәр йо­маға мәсеттең ҡапҡа төптәрен таҙартып, эргәһендәге үлән­дәр­ҙе сабып, Аллаһ йортон­дағы электр ҡорамалдарын яндырып-һүндереп торҙо, - тине Рус­лан хәҙрәт. – Әле лә ул үҙ аты ме­нән балаларҙы атта йөрөтөргә килде. Илһам Фәй­зул­лин – ауылы­быҙ­ҙың старос­таһы, үҙе Ҡөрьән уҡый, мәсеттә дини дәрестәр алып бара, күрше ауылдан Фә­рит ағай Сиражетдинов, Сәмиға Хәлиуллина, Гөлсирень Сами­ҡова “Ләлә-Тюльпан” мәсе­тен­дә эшләһә лә, Сахай ауылында дини дәрестәр алып барырға өлгөрә.
Ул Фия Хисамова, Риф Хәсә­нов, Әлүзә Хисамова, Гөлнара Мөхәмәтшина, Клара Хисамо­валарҙың да хеҙмәттәрен ҙурлап үтте, уларға ла бүләктәр тапшырылды.
Байрамға тиклем Сахай мә­ҙә­­ниәт йорто бинаһында урын­дағы мәктәп уҡыусылары та­ра­фынан эшләнгән “Мәсет – Аллаһ йорто” тип исемләнгән һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Был көндө шулай уҡ милли кейемгә бәйле булған “Халҡыбыҙҙың күңел биҙәк­тә­ре” тигән конкурс та үтте. Жюри ағзалары Райхана Латипова, Илһам Фәйзуллин, Әлфиә Хәмитова еңеүселәрҙе билдәләп үтте.
Ауылыбыҙҙа йәшәгән биш тапҡыр еңел атлетика буйынса, ике тапҡыр СССР-ҙың һәм алты тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Миңлевасиҡ Абдуллин балалар араһында һикереү, ваҡытҡа йү­ге­реү, ҡалаҡҡа шар ҡабып йү­ге­реү, ҡулса ырғытыу буйынса уйын­дар ойошторҙо. Сахай урта мәктәбенең физкультура уҡы­тыусыһы Рөстәм Зәйнуллин ун алты килограмлы гер күтәреү буйынса ярыш уҙғарҙы. Был бәй­гелә Илдар Сабитов – 70, Айҙар Мө­хәмәтшин – 61, Әлфәрит Шир­ғазин – 45, Марат Ғиз­зә­туллин – 35, Денис Насиров – 49, Артур Камалов 35 тапҡыр күтәреп, үҙ көстәрен күрһәтте. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла биш килограмлы гер кү­тәреүҙән ситтә ҡалманы: Тимур Ғәләүетдинов, Ильяс Яхин, Сол­тан Насиров ағайҙарынан ҡалышмаҫҡа теләп герҙе ҡулдарында уйнатып ҡына торҙолар.
Байрамда бер ярыш тамам­ланһа, икенсеһе ҡыҙҙы. Ҡул көсөн күрһәтеүселәр ҙә булды.
Шулай уҡ байрамға саҡы­рылған уҡ атыу буйынса Баш­ҡортостандың атҡаҙанған спорт­­сыһы, хеҙмәт уҙаманы, Фәй­­зи Ғәскәров исемендәге бе­йеү ансамблендә эшләгән, бө­гөнгө көндә Өфө ҡалаһының балалар үҙәге уҡытыусыһы, Төнь­яҡ амурҙары етәксеһе Урал Мортазин уҡтан атыуҙың сер­ҙәрен асты һәм балаларға уҡтан атып күрһәтте.
- Был байрамды ойошто­роу­ҙа аҡсалата ярҙам күрһәткән ис­лам диненә яҡын булған ип­тәштәр ҙә бик күп булды. Сараны үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙ­ған апайҙарға, ағайҙарға ла рәх­мәт һүҙҙәрен еткергем килә, - тине Руслан хәҙ­рәт. – Улар яр­ҙамында балаларға тәмле ри­зыҡтар, ҡабартылған шә­кәр ма­мығы, өс тартма туң­дырма таратылды. Ҡаҙанда беш­кән былау ауылдаштарыбыҙға һәм килгән ҡунаҡтарға бик яҡшы аш булып ҡалды.
Байрам көндө мәсет алдын төрлө төҫтәге шарҙар менән Ма­рат Ғиззәтуллин тормош иптәше Динара менән бик матур итеп биҙәнеләр, мәҙәни ойоштороу­сылар Зәлифә Са­диҡова һәм Рәйлә Евграфова байрамды музыкаль яҡтан биҙәнеләр.
Ғәйет бик матур һәм күңелле үтте. Киләсәктә лә бындай сараларҙы ойоштороу бик яҡшы булыр ине, тигән теләктә таралышты ҡатнашыусылар.
Таһир ВИЛДАНОВ.
Сахай ауылы.

Автор:
Читайте нас: