Даирә
+24 °С
Ямғыр
Байрамдар
1 Июль 2022, 09:20

Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йә­шәүсе Камил Кәш­фулла улына һәм Халисә Имаметдин ҡыҙына Бай­­дәү­ләтовтарға

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Иҫке Бәпес ауылында йә­шәүсе ҡә­ҙерле ата­йыбыҙ, ола­тайыбыҙ Бай­­дәү­ләтов Камил Кәш­фулла улын тыуған көнө ме­нән ихлас кү­ңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. 45 йыл элек, тыуған көнөнә бүләк иткәндәй, үҙенә әсәйебеҙҙе - Халисә Имаметдин ҡыҙын ғүмерлек йәре итә. Ҡәҙерлеләребеҙ! Беҙгә ғүмер биреп, йән йылығыҙҙы өләшеп үҫтерҙегеҙ, оло тормош юлына сығарҙығыҙ, әле лә ныҡлы терәк булып тораһығыҙ. Һеҙгә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, көтөлмәгән шатлыҡтар, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә оҙон ғүмер итергә насип итһен Хоҙай.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Ғүмер шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ
Тормош юлдарыбыҙ күгендә.
Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып
Тораhығыҙ күңел түрендә!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас