Даирә
+4 °С
Облачно
Байрамдар
23 Июня 2022, 05:58

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Алачев Рәфис Сабирйән улына

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Алачев Рәфис Сабирйән улын 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама,
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Яҡындарың менән йәнәшә.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлнара, балаларың Гөлшат, Дамир, Рәзиф, Рәзим.

Автор:
Читайте нас