

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ Абакачева Фәүзиә Ғәлимйән ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең яҡты күңелле, егәрле, кешелекле, тырыш булыуыңа һоҡланабыҙ һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай ғүмер теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлфиә, Гөлсиә, Эльнара, кейәүҙәрең Фәнил, Роберт, Фәиз, ейәнсәрҙәрең Юлиә, Лилиә, София.