Даирә
+4 °С
Ясно
Байрамдар
10 Июня 2022, 06:59

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Ҡаһиров Әмир Әнүәр улына

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ Ҡаһиров Әмир Әнүәр улын 50 йәшлек алтын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, яҡындарыңа ныҡлы терәк, эштәрең уң булыуын, һәр теләгеңдең еңеллек менән тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән атайың һәм әсәйең.

***

Ҡәҙерле ҡустым, ағайыбыҙ Ҡаһиров Әмир Әнүәр улын ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, йәшәү дәрте, күңел тыныслығы, һәр башланғысыңда тик уңыштар юлдаш булыуын, имен, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Иң изге теләктәр менән апайың Гөлнур, һеңлең Илүзә, кейәүең Ринат, туғандарың Диана, Татьяна, Илмир.

***

Ҡәҙерле ағайыбыҙ Ҡаһиров Әмир Әнүәр улын ма­тур юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға,килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балала­рыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, ныҡлы сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың,
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Яҡындарың менән йәнәшә.
Иң изге теләктәр менән ҡустың Илдус, киленең Гөлнур, туғандарың Ильяс, Инсаф.

Автор:
Читайте нас