Даирә
+17 °С
Облачно
Байрамдар
3 Июня 2022, 06:44

Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ҡолбахтина Динара Ришат ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ҡолбахтина Динара Ришат ҡыҙын йәшлек байрамы - 25 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек мөләйем йөҙлө, киң күңелле булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла.
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфир, улың Марат, ҡайның Заһир, ҡәйнәң Ғәлиә, өләсәйең Шәмсиә, ҡәйнешең Илфир, килендәшең Эльвина.

Автор:
Читайте нас