Даирә
+15 °С
Ясно
Байрамдар
3 Июня 2022, 06:41

Байрамдар ҡотло булһын!

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Ҡолбахтин Заһир Миңнеғол улына

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ҡолбахтин Заһир Миңнеғол улын 50 йәшлек алтын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын.
Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, ныҡлы терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Шәмсиә, ҡатының Ғәлиә, балаларың Зөлфир, Илфир, килендәрең Динара, Эльвина, ейәнең Мират.
***
Шәрипҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Ҡолбахтин Заһир Миңнеғол улын ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәктә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, көтөлмәгән шатлыҡ­тар, барлыҡ уй-теләк­тә­реңдең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Имен, бәрәкәтле, мул тормошта, күңел тыныслығында яҡындарыңдың изгелеген күреп, оҙон бәхетле ғүмер итергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ағайың Ғайсар, еңгәң Миңлегөл һәм беҙҙең балалар.

Автор:
Читайте нас