

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле апайыбыҙ Ғимранова Рәйсә Факил ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың да өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур ғүмер ит. Һиңә изгелеклелегең һәм ярҙамсыллығың өсөн мең рәхмәт!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән ҡустың Вәкил, киленең Розалия һәм беҙҙең балалар.