

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ғәзиз, hөйөклө кешебеҙ – тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ – Рөстәм Нәзир улы Юнысовты алтын юбилейы менән ҡотлап, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып, тик алға тәгәрәһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға һоҡланып, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы. Тырышлығың, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Ләйлә, улың Ильяс, ҡыҙҙарың Гөлшат, Гүзәлиә, киленең Илмира, кейәүең Камил, ейәнең Сыңғыҙ, ейәнсәрҙәрең Диана, Сабина, Нәргиз, Милена.