Даирә
+29 °С
Облачно
Байрамдар
3 Июня 2022, 06:06

Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Бәпес ауылында йәшәүсе Фәйзуллина Венира Фәтҡулла ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Яңы Бәпес ауылында йәшәүсе Фәйзуллина Венира Фәтҡулла ҡыҙын юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өлә­сәйебеҙ, күркәм бай­ра­мың ме­нән ысын күңелдән ҡот­лап, иң из­ге, матур теләктәребеҙҙе юл­лай­быҙ. Киләсәктә лә тор­мош­ҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамың - мөбәрәк, эштәрең - уң, донъяң түңәрәк бул­һын! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә ту­лып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына би­реш­мә­йен­сә, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкен­мәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге кү­ңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер ки­­се­рергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас